Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан
Модельная детская библиотека
logo
Я к вам обращаюсь, товарищи, дети:
Полезнее книги нет вещи на свете!
Пусть книги друзьями заходят в дома,
Читайте всю жизнь, набирайтесь ума!
С.Михалков.
453837, Республика Башкортостан, город Сибай, Модельная детская библиотека, ул. Маяковского, д. 30
тел. +7 (347-75)2-38-06; e-mail: mukcbs60-9@mail.ru

Тыуған яҡты өйрәнеү сәғәте «Башҡорт халҡының йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре – рухи мираҫ»

 

7 ноябрь Балалар модель китапханаһында «Тейенкәй» балалар баҡсаһының «Йәйғор» һәм «Ынйығай» төркөмдәре өсөн «Башҡорт халҡының йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре – рухи мираҫ» тигән тыуған яҡты өйрәнеү сәғәте үтте. Сара балаларҙы башҡорт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли мәҙәниәте менән таныштырыу һәм уларҙың әһәмиәтен аңлатыу маҡсатында үткәрелде.
Сара барышында китапханасы ҡатнашыусыларҙы башҡорттарҙың ғаилә йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре, башҡорт туй йолаһының үҙенсәлектәре менән таныштырҙы: ҡалымы, кейеме әҙерләү, бала тыуыуы, бишек байрамы, исем ҡушыу, ҡағ өмәһе йолалары; ҡарғатуй, һабантуй байрамдары исламдың йоғонтоһо, милли башҡорт аш-һыуы иҫкә алынды, башҡорт милли кейеме тураһында һөйләнде. Сәғәт буйы «Башҡорттарҙың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре» тигән презентация күрһәтелде, балалар «Тирмә», «Семәрҙе төҙө», «Йомортҡа алып кил» уйындарын уйнанылар.

#МодельнаяДетскаяБиблиотека
#БиблиотекиСибая
#КультураСибай