21 октябрь – Милли бейеү көнө.
Башҡортостанда 21 октябрҙә Милли бейеү көнө билдәләнә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле Указға ҡул ҡуйҙы. Документта билдәләнеүенсә, байрам төбәк халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Был дата осраҡлы һайланмаған. 21 октябрь – күренекле хореограф Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө.
Балалар модель китапханаһы “Гәскәров” китабын алып уҡырға тәҡдим итә.
Ф.Ә. Ғәскәров – беренсе профессиональ башҡорт бейеүсеһе һәм балетмейстеры. Ул Башҡортостанда сәхнә бейеүнә, балет театрына нигеҙ һалыусы. Шулай уҡ Башҡорт АССР-ының Халыҡ бейеүҙәре ансамблен (бөгөн Ф.Ә. Ғәскәров ис. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле) һәм уның классик репертуарын төҙөүсе. Хореографтың күп яҡлы эшмәкәрлеге һәр ваҡыт башҡорт халыҡ бейеү ижадына таянды, шул өлкәгә нигеҙләнде. Ф.Ә. Ғәскәровтың ижади мираҫы Башҡортостан Республикаһы халҡының милли байлығы.

#МодельнаяДетскаяБиблиотека
#БиблиотекиСибая
#КультураСибай
#ДеньНациональногоТанца