Динис Бүләков әҙәбиәт менән йәштән үк ҡыҙыҡһына башлай. Урта мәктәптә һәм техникумда уҡығанда тәүге әҫәрҙәрен матбуғатта баҫтыра. Уның хикәйәләренең төп геройҙары — беҙҙең замандаштар, йәш энтузиастар. Яҙыусы геройҙарының эске донъяһын, психологик уй-тойғоларын мауыҡтырғыс тормош ваҡиғаларында һүрәтләй белә.

Хөрмәтле китап уҡыусы дуҫтарыбыҙға урта йәштәге мәктәп балалары өсөн тәғәйенләнгән Динис Бүләковтың сағыу тышлы, бай йөкмәткеле «Зәңгәр офоҡтар» китабын уҡырға тәҡдим итәбеҙ!
Был йыйынтыҡта авторҙын әҙәби мираҫынан зәңгәр офоҡло бала саҡ иленә саҡырып торған мажаралы («Эҫе ҡар, йәки ҡыҙыма һөйләгән хикәйәләр», «Тыҡрыҡ башы – беҙҙең биләмә», «Упҡын ситендә бейеү», «Саған япраҡ яңырта») повестары тупланған. Китапҡа иллюстрацияларҙы Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты һәм Мәләүез районы Яңауыл башланғыс мәктәбе уҡыусылары төшөрҙө.
Уҡырға рәхим итегеҙ, ҡәҙерле китап һөйөүселәре!
Башкирский писатель-прозаик, государственный и общественный деятель Динис Мударисович Буляков активно работал в области детской литературы, оставив множество рассказов и повестей из жизни детей и подростков, помогающих им лучше понять окружающую действительность.

